+12 °С
Облачно


Был ысулды ҡулланғанда һарымһаҡ ике йыл матур, тығыҙ һәм һутлы килеш һаҡлана икән.
Өс литрлы банка төбөнә тоҙ һибеп, таҙартылмаған, ҡоро һарымһаҡты теҙеп һалырға. Уның өҫтөнә тағы тоҙ һибергә. Банка тулғансы шулай сиратлаштырып һалып сығырға. Өҫтөн һауа инерлек итеп, марля йәки йоҡа сепрәк менән ҡапларға ла, һалҡынса һәм ҡаранғы урынға ултыртырға.