

Был хаҡта Миләүшә Шәйхисламова шәхси аккаунтында һөйләне.
Ул Элвинға интервью биреүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Шул уҡ ваҡыт бөтә зал тын ҡала, ә Элвин Грей уны сәхнәлә иғтибар менән тыңлай. Миләүшә һорауын биреп бөтөүгә, һаҡсылар блогерҙы залдан сығара. Йырсы киләһе тапҡыр аралашырға әҙер буласағын, әммә концерт көнөндә түгел икәнен билдәләй.
Шуға ҡарамаҫтан, хужабикә Элвин Грейҙың ҡатыны Инзилә һәм һеңлеһе Регина менән һөйләшеп өлгөрә.
Фото: Т. Аманов