Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Август 2023, 10:30

Ҡанды нисек шыйығайтырға?

Бының өсөн ҡыйбатлы дарыуҙар алырға ла түгел, туҡланыу рационын ғына үҙгәртергә мөмкин.

Ҡанды нисек шыйығайтырға?Ҡанды нисек шыйығайтырға?
Ҡанды нисек шыйығайтырға?

 

Инфаркт, инсульт, тромбофлебит, ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүе,  геморрой… Был ауырыуҙарҙы нимә берләштерә?  Уларҙың барлыҡҡа килеүенең төп сәбәптәренең береһе – ҡуйы ҡан.  Ҡан тамырҙар буйлап иркен хәрәкәт итә алмау сәбәпле, туҡлыҡлы матдәләрҙе һәм кислородты күсереп йөрөтә алмай.   Һөҙөмтәлә эске органдарға кислород етмәй башлай.

Ҡуйы ҡанды шыйығайтырға кәрәк.  Бының өсөн ҡыйбатлы дарыуҙар алырға ла түгел, туҡланыу рационын ғына үҙгәртергә мөмкин. Шулай итеп, ҡан әйләнешене яҡшыртыу өсөн бер нисә ябай кәңәш:

  1. Күберәк һыу эсегеҙ! Кешеләрҙең 90 проценты һыуҙы бик әҙ эсә. Һүҙ ҡайнатылған йәки ябай һыу тураһында бара, сәй, компот һәм башҡалар уға инмәй. Оло кеше көнөнә 2 – 2,5 л  һыу эсергә тейеш. Эҫелә тағы ла күберәк эсергә кәрәк.  Балаларҙы һыу эсергә өйрәтегеҙ.  Тәбиғи һыу – тромбтар барлыҡҡа килеүгә ҡаршы иң көслө сара.   
  2. Ҡанды шыйығайтыусы аҙыҡ-түлек:

- зәйтүн һәм етен майы;

- алма һеркәһе;

- һарымһаҡ менән һуған;

- лимон;

- көнбағыш;

- сөгөлдөр;

- какао менән әсе шоколад;

- балыҡ менән балыҡ майы;

- помидор менән помидор һуты;

- һоло бутҡаһы;

- ҡурай еләге, ҡара көртмәле, сейә, ҡайын еләге;

- имбирь.

Көн һайын ошо исемлектән ике-өсәүһе туҡланыу рационында булырға тейеш.

  1. Ҡанды ҡуйыртыусы аҙыҡтар:

- итле һурпа;

- колбаса;

- ыҫланған аҫыҡтар;

- ҡойҡа;

- аҡ икмәк;

- ҡуйыртылған һөт;

- гөлйемеш;

- ҡара миләш;

- банан менән манго;

 - үләндәр (һары мәтрүшкә, валериана, кесерткән, меңъяпраҡ һ.б.) – үләндәрҙе көн һайын эсергә ярамай, курслап ҡына эсергә кәрәк.

  1. Ҡанды шулай уҡ һиҙелерлек ҡуйырта:

- алкоголь;

- тәмәке тартыу;

- тоҙло ризыҡтарҙы  күп ашау;

- бәүел ҡыуҙырыу, гормональ һәм ауырға ҡалыуҙан һаҡлаусы препараттар.

  1. Күберәк хәрәкәт итегеҙ, йәйәү йөрөгөҙ, гимнастика эшләгеҙ, саф һауала булығыҙ.
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас