Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Август 2023, 07:00

Ток һуғып ике ҡулһыҙ ҡалған Илназ Дәүләтов Бөтә Рәсәй ярышында еңеү яулаған

Токтан һуғылғандан һуң ике ҡулын юғалтҡан 12 йәшлек Илназ Дәүләтов Силәбелә еңел атлетика буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында еңеү яулаған.

Ток һуғып ике ҡулһыҙ ҡалған Илназ Дәүләтов Бөтә Рәсәй ярышында еңеү яулағанТок һуғып ике ҡулһыҙ ҡалған Илназ Дәүләтов Бөтә Рәсәй ярышында еңеү яулаған
Ток һуғып ике ҡулһыҙ ҡалған Илназ Дәүләтов Бөтә Рәсәй ярышында еңеү яулаған

Улының уңышы хаҡындағы ҡыуаныслы хәбәрҙе әсәһе, Зөлфиә Дәүләтова социаль селтәрҙә еткерә.

«Республика йыйылма командаһы составында тәүге ярыштар. Һәм 1-се урын. Афарин, улым!» - тип яҙа ул.

Билдәле булыуынса, Илназ 100 метр алыҫлыҡҡа йүгереүселәр араһында алтын миҙал яулаған.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас