Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Август 2023, 11:00

Салауат районында рухлы шағирҙар йәшәй!

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты сиктәрендә был төбәктең талантлы уҡытыусыларын барланыҡ.  

Салауат районында рухлы шағирҙар йәшәй!Салауат районында рухлы шағирҙар йәшәй!
Салауат районында рухлы шағирҙар йәшәй!

Малаяҙ ауылындағы Салауат Юлаев музейында үтте әҙәби осрашыу. Унда уҡытыусылар ғына түгел, райондың эшләп килгән әҙәби түңәрәк ағзалары ла ҡатнашты.

Рәми Ғарипов, Ағиш Ғирфанов, Сафуан Әлибай, Ғәбиҙулла Зарипов һәм башҡа шағир-яҙыусыларҙы биргән ул Салауат ере. Шуғалыр, осрашыуҙа яңғыраған әҫәрҙәр ҙә башлыса тыуған ер һәм тел, милләт темаларына арналған ине. Осрашыу аҙағында әҙиптәр мәғариф ветераны, әҙәби түңәрәк етәксеһе Фәриҙә Юмадилованы матур юбилейы менән ҡотлап үтте. 

Сара музейға һәм Малаяҙ ауылының Еңеү паркына экскурсия менән тамамланды. 

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас