

Ул бөтә кешегә лә тура килә. 500 г таҙартылмаған, ҡыҙҙырылмаған көнбағышты яҡшылап йыуырға һәм 0,5 л һалҡын һуға һалып, һүрән утта 1,5-2 сәғәт ҡайнатырға. Һөҙөп алғас, һыуытырға.
Был төнәтмәне иртәнсәк һәм кис стакан яртылаш эсергә була. Дауаланыу ваҡыты — 2 аҙна. 5 көнлөк тәнәфестән һуң курсты тағы бер тапҡыр ҡабатларға мөмкин. Был һыуҙы көн һайын әҙерләп торорға кәрәк, юғиһә ул тиҙ иҫкерә.