Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Август 2023, 12:30

"Геройҙар ваҡыты"н ҡарарға рәхим итегеҙ!

Өфөлә 26-27 августа "Геройҙар ваҡыты" патриотик йырҙар конкурсының финалы һәм гала-концерты үтә.  

"Геройҙар ваҡыты"н ҡарарға рәхим итегеҙ!"Геройҙар ваҡыты"н ҡарарға рәхим итегеҙ!
"Геройҙар ваҡыты"н ҡарарға рәхим итегеҙ!

Унда Рәсәйҙә билдәле йырсылар сығыш яһауы көтөлә. Сараға Асҡар Абдразаҡов, Таисия Повалий, Марьям Мирабова, Иван Замотаев, Игорь Демарин, Варвара, Глеб Матвейчук, Инна Рудник, Екатерина Гладышева, шулай уҡ "Республика" һәм "Бабкины внуки" төркөмдәре саҡырылған. Ә конкурстың финалына илдең 17 тәбәгенән 58 композиция ҡатнаша. Башҡортостан данын Тимур Рамаҙанов, Илдар Абдуллин, Екатерина Ямщикова, Ришат Рәхимовтар яҡлаясаҡ. 
Концерттар Совет майҙанында, 26 август - 18.00; 27 август - 17.00 сәғәттә башлана. 

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас