Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Августа 2023, 08:30

«Беҙҙе ҡалдырмағыҙ»

Балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренә арналған тулы метражлы художестволы фильмы төшөрөлә башланы. Ул билдәле яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма мине, әсәй!» повесына нигеҙләнеп төшөрөлә.

«Беҙҙе ҡалдырмағыҙ»«Беҙҙе ҡалдырмағыҙ»
«Беҙҙе ҡалдырмағыҙ»

Съемканың тәүге көндәре Иглин районының Охлебинин ауылында үткән. Рус телендәге фильм Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы тарафынан төшөрөлә. Китап буйынса сценарийҙы Мәғәфүр Тимербулатов яҙған. Фильмды режиссер Вилюрә Иҫәндәүләтова төшөрә.

Төп ролдәрҙә Ансар Шәйәхмәтов, Григорий Казаков, Семен Шарыгин, Сәйҙә Әминева, Эльмира Юлдашева уйнай. Шулай уҡ съемкаларҙа билдәле башҡорт актерҙары Алмаз Әмиров, Фирғәт Ғарипов, Айһылыу Йомағолова һәм башҡалар ҡатнаша.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас