Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Август 2023, 07:30

Баланың иммунитетын нығытыу өсөн

 Балағыҙ йыш ауырып йонсотамы? Түәбәндәге халыҡ медицинаһы тәҡдим иткән ысулдарҙы файҙаланып ҡарағыҙ. 

Баланың иммунитетын нығытыу өсөнБаланың иммунитетын нығытыу өсөн
Баланың иммунитетын нығытыу өсөн

 

  • Эхинацея. Бер стакан үләнгә 250 мл ҡайнар һыу ҡойоп, төнгөлөккә төнәтергә ҡалдырығыҙ. Иртәнсәк һөҙөп, ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә.   Дауаланыу курсы – 10 көн, унан ял итеп алырға кәрәк.
  • Һырғанаҡ (облепиха) ҡатнашмаһы. 200 г йыуылған еләккә ике ҡалаҡ шәкәр ҡушып иҙергә. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы һыуытҡыста һаҡларға һәм  көнөнә ике тапҡыр балғалаҡлап балаға бирергә.   
  • Бал менән һуған. 250 г ваҡлап туралған һуғанға 200 г шәкәр, ярты литр һыу ҡушып,  талғын утта 2 сәғәт бешерергә.    Һыуынғас,  бер балғалаҡ бал ҡушып бутарға һәм балаға көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ ошо ҡатнашманы ашатырға.    
  • Мүк еләге. Ярты кг мүк еләген яҡшы итеп иҙергә. Һуңынан ваҡ итеп туралған  өс алма, 0,5 кг шәкәр, бер стакан әстерхан сәтләүеге  һәм ярты стакан һыу ҡушып, талғын утта ҡайнай башлағансы тоторға. Һыуынғас, көнөнә ике тапҡыр балаға берәр балғалаҡ ошо шифалы ҡатнашманы ашатырға.      
  • Гөлйемеш. Көҙгөһөн балаға ваҡланған гөлйемеш емеше төнәтмәһен бирергә мөмкин. Дауаланыу курсы – ике ай.
  • Ярты кг кишер менән сөгөлдөрҙө яҡшы итеп йыуып, таҙартып, ваҡ ҡына итеп турарға һәм кәстрүлгә һалып, өҫтөнә сыҡҡансы ҡайнар һыу ҡойорға һәм талғын утҡа ҡуйып, сөгөлдөр йомшарғансы бешерергә. Әҙер булғас һөҙөп алып, төнәтмәгә берәр ус йөҙөм, күрәгә һалып, йәнә 3 – 4 минут ҡайнатырға. Артабан уттан алып, бер ҡалаҡ бал ҡушып, һалҡын урында 12 сәғәт төнәтергә. Әҙер дауаны бер ай буйы көнөнә өс тапҡыр яртышар стаканлап балаға эсерергә мөмкин.
  • Витаминлы ҡатнашма. Бер үк күләмдә алынған күрәгә, ҡара емеш, йөҙөм, әстерхан сәтләүеге һәм инжирҙы ит үткәргес аша үткәреп, ике ҡалаҡ бал һәм ярты лимон һуты ҡушырға. Көнөнә ҡс-дүрт ҡалаҡ ошо тәмле дарыу баланың сәләмәтлеген нығытыр.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас