

Бөгөн ямғыр яуыуы һәм ҡырау төшөүе фаразлана.. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ, көндөҙ ҡайһы бер райондарҙа – йәшен йәшнәйәсәк. Ел төньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метрға етәсәк. Һауа температураһы төндә– 3-8 градус йылы. Көнсығыш райондарҙа - һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0...-3 градусҡа һалҡынайтып ҡырау төшөүе ихтимал. Көндөҙ – 15-20 градус йылы. Төндә һәм иртән автомобиль юлдарында томан төшөүе ихтимал, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.
Фото: Т. Аманов