***
Мин ялдамын. Хаҡлы ялда.Үҙемә-үҙем хужа.Артта ҡалды бар мәшәҡәт,Онотолдо күп ыҙа.Ятһам-ятам, торһам-торам –Миңә буйһона ваҡыт.Тырнаҡ аҫтымдан кер эҙләп,Хужалар тормай тыҡып.Сәғәт тотоп, һәр аҙымдыҺағаламай пүнәтәй,Хакимдар ҙа мине түгел,Башҡаларҙы күҙәтә.Шымсылар ҙа шымып ҡалған,Аҫтыртын аңдымайҙар,Шул шымсылыҡ уларҙы битЙөҙҙөрҙө бал да майҙа.Әмәлемсә көс түгәм дә,Әмәлемсә ял итәм,Ауылымды тәү күргәндәйЙәйрәтеп баҫып үтәм.Яңы күҙем асылдысы:Балаларым бар икән,Тик шуныһы үкендерә:Һөйөп-наҙлар мәл үткән.Үҙемде-үҙем әрләйем,Ник тырышып эшләнем?Илке-һалҡы һәлкәүҙәреңЙөрөй киреп түштәрен.Барын күреп торалар тип,Кешеләргә ышандым,Ҡулы үҙенә кәкре икәнХатта мулла-ишандың.Ғүмер юлын үткәнемдәТормош торманы аяп...Әммә намыҫлы йәшәнем,Хәҡиҡәт булды маяҡ.
Флүрә Низамова