

Оло йәштәге инәй үҙ ҡулдары менән етештергән күстәнәстең яугирҙарға көс, дәрт-дарман өҫтәренә ышана. Ул ҡоротто май айының тәүге эҫеләренән үк киптерә башлай. “Ҡояш нурҙарын һеңдереп, еләҫ урында киптерелгән әсе ҡорот – иң файҙалыһы”, – ти Фәүзиә инәй.
Үҙенең дә бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән, аслыҡ-яланғаслыҡ күреп үҫкән Фәүзиә инәй ризыҡтың ҡәҙерен белә. Шуға ла килене һауған һыйырҙарҙың ағын әрәм итмәй, ҡатыҡты үҙе ойотоп, ҡорот эшләгән.
Фото: Т. Аманов