

Римма БАЙМЫРҘИНА 1978 йылдың 22 авгусында Мәзит ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, бөгөнгө көндә Әбйәлил районының Таһир Күсимов исемендәге гимназияла башҡорт теленән уҡыта. Педагогик стажы 22 йыл. Мәҡәләләр, нәҫерҙәр яҙа.
Башҡорт бит мин!
(Нәҫер)
– Ҡулдарыңа ҡара ҡағыҙ алғас, имән кеүек ирең ауҙы, ҡайтмаҫ башҡа, балаларың “атай” тип өндәшә алмаҫ, тигәс, нисек түҙҙең, нисек һынманың?
– Әҙер инем барыһына. Алдан барырына, еңеренә, намыҫын өҫтөн ҡуйырына. ҙем шулай тинем: “Намыҫыңды һаҡла”.
– Ҡулдарыңа тағы ҡара ҡағыҙ алғас, күҙ ҡараһы кеүек өлкөн улың ҡайтмаҫ, башҡа “әсәй” тиеп өҙөлөп өндәшә алмаҫ инде, тигәс, ни хәлдәр итеп сыҙаның, нисек йөрәгең ярылманы?
– Әҙер инем барыһына. Һуғыш яланы көрәш майҙаны түгел. Тик атаһын юғалтыу, улымды юғалтыу... Ай-һай, еңел түгел, хатта алдан әҙер кешегә лә. Ҡояш һүнде, тауҙар ишелде.
– Ә нисек һуң түҙҙең?
– Сабырлыҡты оттом халҡымдан. Башҡорт бит мин, Юлай менән Салауатын бығаулап оҙатҡас та ғорурлығын юғалтмаған Көнбикәһе бар бит халҡымды. Намыҫ һаҡлап күл төбөнә киткән Ете ҡыҙы бар бит халҡымдың. Ир-егеттәр менән яуҙар сапҡан, йылғаһына исем биргән Ир ҡыҙы бар халҡымдың. Башы төрмәгә китһә лә, иренең намыҫын һатмаған Һәҙиәһе бар халҡымдың. Улар ҡаны минең йөрәктә, улар көсө минең йөрәктә, улар көсө минең быуында, ошо ҡеүәт мине йәшәтте, ошо намыҫ мине көсәйтте һәм ир намыҫын мин дә һаҡланым. Атаһынан ҡалған балаларҙы уның рухы менән тәрбиәләп, оло рухлы шул ҡатындар алдында үҙ исемемде аҡланым. Башҡорт бит мин!