

Асыҡ һауала кино ҡарауҙар ойошторола. Кинотеатрҙар иң яҡшы Рәсәй фильмдарын күрһәтәсәк.
Мәҫәлән, "Чебурашка", "Вызов" кеүек киноларҙы ҡарай алаһығыҙ. "Праведник" тигән хәрби драма Башҡортостан егете Николай Киселев тураһында. Өфөлә кинолар Салауат Юлаев һәйкәле яғындағы амфитетарҙа күрһәтелә.
Киске сәғәт 8-ҙә – башҡорт йәнһүрәттәре;
9-сы яртыла – «Чебурашка»; 10-да – «Праведник»; төнгө 12-лә «Вызов».
Саралар республиканың төрлө район-ҡалаһында уҙғарыла, кино ҡарау - бушлай.