Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Август 2023, 10:45

Икенсе батальонға ҡушылырға теләүселәр күп

Республикала Салауат Юлаев исемендәге икенсе ирекле батальон төҙөлә. Был турала иғлан ителгәндән һуң ике аҙнала 260 кеше яҙылырға ла өлгөргән.

Икенсе батальонға ҡушылырға теләүселәр күпИкенсе батальонға ҡушылырға теләүселәр күп
Икенсе батальонға ҡушылырға теләүселәр күп

Икенсе батальон төҙөү тураһында 10 августа иғлан ителгәйне. БР Башлығының РФ Милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән бәйләнеш буйынса кәңәшсеһе, отставкалағы полковник Артур Йомағужин әйтеүенсә, бер көндә иртә менән 20-ләп кеше килгән. Яҙылырға теләүселәр өсөн махсус штаб һәм уның филиалдары эшләй.

Радий Хәбиров батальон төҙөлөүҙе хупланы һәм бөтә хәрби республиканан тулы пакет ярҙам сараһы аласағын вәғәҙәләне.

Фото: "Башинформ".

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас