Сара «Мәҙәниәт» милли проектының «Һанлы мәҙәниәт» йүнәлеше буйынса үтте. Аҡсәйет ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо был ҡыҙыҡлы дәресте. Уны СДК-ның художество етәксеһе Юлиана Фәтхетдинова алып барҙы.
Кисә Рәсәй флагы көнө билдәләнде, шул уңайҙан балаларға илдең символдары тураһында ла һөйләнеләр.
Ә аквагрим - бөгөн популярлашып барған күренеш. Ул һыулы буяуҙан тора һәм биткә төрлө һүрәт төшөрөүгә уңайлы.
Фото: Тәтешле районы хакимиәтенән.