Ул үҙенең 10 килограммға ябығыуын әйтеп, күптәрҙең ҡотон осорған. Әммә йырсы үҙ теләге менән кәүҙә ауырлығын ташлаған икән. Был хаҡта Гөлназ социаль селтәрҙәге дуҫтарына хәбәр итте.
- Бала тапҡандан һуң 10 килограммдан артыҡ ябығырға кәрәк ине, мин көндөҙгө бергә ҡәҙәр генә ашай инем, ә 1-ҙән иһуң ашаманым. Көндөҙгө 4-тә, 5-тә коктейль эскеләнем. Әле лә 3–4 килограммға ябығыу өсөн, интервал менән асығыу ысулын ҡулланырға уйлайым, – тип хәбәр итә Асаева.
Фото: Т. Аманов