Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Август 2023, 12:30

Бөрйәндә оло сараға әҙерлек бара

Иҫке Собханғол ауылының Күҙәмбәт яланында Башҡортостандың төп йәштәр форумы — Волга буйы федераль округының «Йәштәр йыйыны-2023» IV Йәштәр форумына теркәлеү башланды. Әлеге ваҡытта 400 ҡатнашыусы килгән, тағы ла 1200-1300 кеше килеүе көтөлә.

Бөрйәндә оло сараға әҙерлек бараБөрйәндә оло сараға әҙерлек бара
Бөрйәндә оло сараға әҙерлек бара

Өфөлә уҡыусы Ишембай ҡыҙы Эвелина ҡатнашыусыларҙы ҡаршы алып теркәү үтеүгә саҡыра. һәр бер ҡатнашыусыға футболка, һыу һауыты, блокнот, ручка, бейсболкалар бирелә. 
Әлеге ваҡытта кураторҙар Инсебикә ҡаяһына менеп Рәсәй флагына арналған флешмобта ҡатнашты.
Килгән һәр береһенә аквагрим яһала, улар сәхнә алдында үтәсәк акцияла ҡатнашасаҡ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас