

Рәсәй триколоры тарихына 310 йылдан ашыу. Уға нигеҙ һалыусы тип Петр I танылған. Уның 1705 йылдың 31 ғинуарындағы указына ярашлы, төрлө сауҙа карабында аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл төҫтәге флаг күтәрергә тейештәр. Туҡыманың өлгөһөн Петр I үҙе төшөргән, горизонталь һыҙаттарҙың тәртибен билдәләгән.
Әле башлыса (рәсми түгел) Рәсәй флагы төҫтәре ошолай аңлатыла: аҡ – тыныслыҡ, таҙалыҡ, намыҫ һәм камиллыҡты, зәңгәр – тоғролоҡ һәм тотороҡлолоҡто, ҡыҙыл көс-ҡеүәтте, Ватан өсөн ҡойолған ҡанды сағылдыра. Флагтың киңлек-буй нисбәте 2:3.
Дәүләт флагын Федераль Конституция законын боҙоп ҡулланған, шулай уҡ уны кәмһеткән өсөн, Рәсәйҙең закондар йыйылмаһына ярашлы, яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған.
Дәүләт флагы көнөндә бөтә ил буйынса байрам саралары үткәрелә.