***
Ҡапҡа төбө.Танышыма килдем. Ҡапҡа шаҡып торҙом бик оҙаҡ. Килде заман. Ауыл өйҙәрендә - Хәҙер ҡырылмаһа ҡырҡ йоҙаҡ. Үҙәктәрҙе өҙөп,иҫкә төшә Баласаҡтың кескәй йорттары. Асыҡ ишек алды.Ел ҡапҡалар. Етеле шәм янған уттары. Күрше өйҙәрҙең бар балалары Өйҙән - өйгә йөрөп,уйнаныҡ; Кемгә генә инеп уйнаһаҡ та, Берәү һуҡранманы,тыйманы. Асыҡ ишектәрҙәй асыҡ ине, Ябай ине ул саҡ күңелдәр, Йыһаз да юҡ ине ул өйҙәрҙә, Сикһеҙ һағындыра шул мәлдәр. Юҡ инде ул өйҙәр.Урынында - Оло йорттар.Йыһаз затлынан. Ишек алды тулы - машиналар, Кеше көлә хәҙер атлынан. Күрше һирәк инә күршеһенә, Мохтажлыҡ юҡ йомош һорарлыҡ. Тимер ҡойма аша ихатаға Аяҡ ослап ҡына ҡарарлыҡ. Өйҙән - өйгә йөрөп уйнамайҙар, Үҙ өйөндә - яңғыҙ балалар, Күмәк балалылар һирәк хәҙер , Был донъялар ҡайҙа баралар! Кәштә - кәштә кейем,ашау мулдан, Тормош һис тә түгел аҙаплы. Тик ниңәлер,ҡапҡа ғына түгел, Күңелдәр ҙә ете йоҙаҡлы... Флүрә Маликова