

Кешеләр Ҡарман һыуһаҡлағысында буш кәмәнең ағып барыуын күреп ҡала. Хәүеф һиҙеп, улар шунда уҡ МЧС хеҙмәткәрҙәренә хәбәр бирә.
Ҡотҡарыусылар шунда уҡ эҙләнеү эштәре башлай һәм һыу аҫтынан ирҙең кәүҙәһен сығаралар. Алдан фаразланыуынса, ир кәмәнән ҡолап төшкән һәм йөҙөп сыға алмаған. Полиция хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, вафат булыусы 1961 йылғы ир, яҡындағы ауылдарҙың береһендә йәшәгән.
Әйткәндәй, өс аҙна элек кенә Ҡарман һыуһаҡлағысында бер көндө ике ир вафат булғайны.