

Бының өсөн һеҙгә кукуруз таяҡсылары, үҙегеҙгә оҡшаған сәтләүек, бешерелгән ҡуйы һөт (вареная сгущенка) һәм кокос вағы кәрәк буласаҡ.
Кукуруз таяҡсаларын ҡалын полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып, уҡлау менән иҙергә. Уға бешерелгән ҡуйы һөттө һалып, бутарға. Был массанаң уртаһына сәтләүек һалып, шарҙар әүәләргә. Уларҙы кокос вағында әүәләргә лә, 1- 2 сәғәт тирәһе һыуытҡыста тотоп алырға.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!