Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Август 2023, 18:30

Кеше үлтереүсе һаман язаға тарттырылмай...

Динә Мәхийәнованы үлтереү буйынса эш әле лә тамамланманы.  

Кеше үлтереүсе һаман язаға тарттырылмай...Кеше үлтереүсе һаман язаға тарттырылмай...
Кеше үлтереүсе һаман язаға тарттырылмай...

Белорет район-ара судында 31 йәшлек Динә Мәхийәнованы үлтереү тураһындағы эш буйынса сираттағы - унынсы ултырыш, кисектерелгән. Суд сайтындағы эштәр картотекаһында ултырышты шаһиттар килмәгән өсөн күсерҙеләр, тип билдәләнгән. Бәғзе белгестәр быны суд приставтарының эшмәкәрлеге менән бәйләй.  

Уларҙың шаһиттарҙы ултырышҡа мәжбүри рәүештә килтерергә хоҡуғы бар. Суд та эшен уларҙың шаһитнамәһенә таянып башлай тора ала. Унан тыш, ҡануниәт буйынса, шаһиттар талап ителгән ваҡытта судҡа килергә тейеш, юҡһа штраф һәм 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу кеүек сара бар. Динә Мәхийәнованы үлтереү тураһындағы енәйәт эше ағымдағы йылдың  апрель аҙағында судҡа тапшырылғайны, уға һаман да нөктә ҡуя алмайҙар.

Мәғлүм булыуынса, йәш ҡатын урындағы хакимиәттә белгес булып эшләгән. Уның элекке ире Алик Мәхийәнов әхирәтенең тыуған көнөнән ҡайтып барған ҡатынды ҡарауыллап торған һәм бысаҡ менән сәнсеп үлтергән. Енәйәткә көнләшеү сәбәпсе булған. Был аяныслы ваҡиғаны тышҡы күҙәтеү камераһы теркәгән. Йәш ҡатын алған тән йәрәхәттәренән урында уҡ йән биргән. Динә Мәхийәнованың алты һәм 13 йәшлек ике балаһы ҡалған.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас