

Иң файҙалы бутҡаның ниндәй икәнен беләһегеҙме? Көн һайын ашаһаң да була!
Ҡарабойҙай организм өсөн шул тиклем файҙалы, уны мөмкин тиклем йышыраҡ ашарға кәңәш ителә. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына яҡшы йоғонто яһай, холестеринды кәметә, ҡан тамырҙары стенкаларын нығыта, нервы системаһының, эсәктәрҙең эшен яҡшырта, шулай уҡ файҙалы микрофлораның үҫеүенә һәм үрсеүенә булышлыҡ итә.
Ә хәҙер һеҙгә гемоглобинды күтәреү һәм ябығыу өсөн файҙалы һәм тәмле ҡарабойҙай рецепты тәҡдим итәбеҙ. Бының өсөн бутҡаға банан, йәки ҡайнар һыу менән бешекләнгән алма, бик булмаһа парҙа тотолған ҡара емеш (чернослив) һалырға була. Рецепт ябай ғына. Бер стакан ҡарабойҙай, бер стакан һыу, бер стакан һөт, 30 грамм аҡ май, ике аш ҡалағы шәкәр, бер банан (алма йәки чернослив) кәрәк. Ҡарабойҙайҙы йыуғас, кәстрүлгә һалабыҙ ҙа, өҫтөнә һыу ҡоябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, һыуы бөткәнсе 5-7 минут талғын утта бешерәбеҙ. Шунан һөт менән шәкәр өҫтәргә һәм талғын утта тағы ун минут бешерергә кәрәк. Бынан һуң май һәм уртаса ҙурлыҡта туралған банан (алма йәки ҡара емеш) һалып бутарға ғына ҡала.
Шулай уҡ, тиҙ арала ябығырға теләүселәр ҡарабойҙай ярмаһын бер төн термоста ҡайнар һыуҙа бүрттереп, ҡатыҡ менән бутап ашай. Тоҙ һалмаһаң, һөҙөмтәһе тиҙерәк булыр. Тағы ла ҡайһы бер хужабикәләр дөрөҫ туҡланыу (ПП) принцебына ярашлы, милли ризығыбыҙ буҙаны ҡарабойҙай ҡатыш "5 злаков" йәки "7 злаков" ҡатнашмаларын ҡушып эшләй. Магазинда бешеренеү өсөн был ярманан әҙерләнгән он да һатыла. Тимәк, ҡарабойҙайҙан бутҡа ғына түгел, ә йәнең теләгән ризыҡты ла әҙерләргә була.