

Сабит ФАЗЛЫЕВ 1969 йылдың 8 июлендә Иҙәш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлаған. Иҙәш, Үтәғол мәктәптәрендә тарих уҡытыусыһы, директорҙың уҡытыу буйынса урынбаҫары булып эшләй. Әлеге ваҡытта Үтәғол ауыл биләмәһендә хакимиәт башлығы булып эшләй. Яҙыусылар союзы ағзаһы, әҫәрҙәре “Йәшлек”, “Киске Өфө” гәзиттәрендә, “Ағиҙел”, “Аманат”, “Шоңҡар” журналдарында донъя күреп тора.
Яратҡан һөнәр
Яңы быуаттың беренсе тиҫтәһен тултырған саҡ. Мәктәп директоры менән бер машинала уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһенә ашығабыҙ. Һуңлап барабыҙ, кәңәшмәгә тиклем күргәҙмәгә мәктәптең ғорурлығын сағылдырған стенд урынлаштырып ҡуйырға кәрәк. Был эш минең елкәлә, йәғни, директорҙың уҡытыу- тәрбиә буйынса урынбаҫарында. “Аманат” кафеһы эргәһенә һыйынған ГИБДД машинаһын мин тауҙан төшкәндә үк абайланым, тик әһәмиәт бирмәнем. Йәнәһе, байрам бит, бәйләнмәҫтәр, бөгөнгө конференция барыһы өсөн ҡәҙерле, минеңсә. Тиҙлекте артыҡ арттырманым, буғай. Әммә тәртипле генә боролошто үтеп барғанда юл инспекторҙарының береһе сыбар таяғын күтәрҙе. Туҡтаным. Галстугымды төҙәтеп, кәңәшмәгә тип алған яңы костюм-салбарымды һыпырғылап машинанан төшөүемә йәш инспектор тып итеп янымда ине. Үҙе менән итәғәтле таныштырҙы, документтарымды һорап алды. Оҙаҡ мыштырланы был, алғы ултырғыста ҡунаҡлаған директор ҙа түҙемһеҙләнеп борғолана, район үҙәге яғын ҡарашы менән быраулай.
– Тәк, тәк, – тине юл хужаһы, ҡағыҙҙарымды ҡыштыр-ҡыштыр оҙаҡ ҡына аҡтарғандан һуң. – Кемдәр булаһығыҙ, ҡайҙа юл тоттоғоҙ?
Мин түҙемһеҙ тапанып:
– Беҙ – уҡытыусылар, кәңәшмәгә ҡабаланабыҙ, һуңлап барабыҙ, – тип теҙҙем.
– Әһә, уҡытыусыла-а-ар! – тип тантаналы һуҙҙы ул күҙҙәрен йылмайтып. Эскә йылы йүгерҙе. Ярай әле уҡытыусыбыҙ, тип уйлайым, хөрмәт бар шул беҙҙең һөнәргә, ана бит, ихтирам менән ҡарай.
– Әйҙәле минең машинаға, – тине ҡапыл инспектор һингә күсеп, ҡырҡа боролдо. – Әйҙә, әйҙә, бегом!
Мин аптырап директорға ҡарап алдым, ишекте шартлата ябып йәш кеше артынан эйәрҙем.
– Бына нәмә, уҡытыусы иптәш, – тишеп ҡараны инспектор миңә машиналары артына ҡапланғас. – Мин әгәр теләһәм һинән протокол төҙөп штраф сәпәргә йөҙ сәбәп табам, былай усҡа ғына йомдор ҙа, ана бара юлың...
Ҙур әйбер урлап тотолған ҡараҡтай баҙап ҡалдым.
– Ми-ми-мин ҡ-ҡ-ҡа-ҡағиҙәне боҙманым да ул... – тип әйтә алдым шулай ҙа.
– Һеҙ уҡытыусыларҙы һығырға ла һығырға, һеҙҙә аҡса тигәнең, дауай һаранланма! – тип ҡаты әмер бирҙе юл инспекторы мине тертләтеп.
Бәхәсләшеп торорға ваҡытым тар, кеҫәмдә нисә һум булғандыр, һонолған ҡулға асырғанып тоторҙом да, права-ҡағыҙҙарымды һелкә тартып алып, машинама йүгерҙем. Бынан башҡа уҡытыусы, тип ауыҙымды асһаммы, тип үҙемде тиргәп ҡайттым ул сәфәрҙән. Һәм галстук аҫып, костюм кейеүҙе ташларға кәрәк, юлда ГИБДД осраһа эшһеҙ мәхлүккә һалынырға, тип үҙемде нығытып ҡуйҙым.
Ай тирәһе үтеүгә сирена аҡыртып полиция машинаһы юлымды бүлде. Туҡтаттылар. Күпте күргән тишек-тошоҡ футболка, тубығы сыҡҡан трикомды һыпырғылап сығыуыма, ҡаршыма атлаған юл инспекторы киң йылмайып, һөрәнләп ебәрҙе:
– Әһә, уҡытыусы иптәш, эләктеңме?!
“Мин эшһеҙмен, биш балам бар,” – тип әйтергә уйлаған һүҙҙәр, асыуҙан ҡымтылған ирендәр артында, юғалып ҡалды.
Ашығыс һығымта
Өй түбәһенән оҙон ебен һуҙып аҫҡа ашыҡҡан үрмәксене күргәс тә, төшөндөм, яҡын арала юлға. Электән шулай, әле лә яңылышманым, иртән ҡапыл ҡалаға юл төштө. Ылау эҙләнеп йонсорға тура килмәне, яңыраҡ өйләнгән йәш ир үҙ машинаһында юл ыңғайы илтергә ризалашты. Юл оҙон, төрлө хәлдәр, сәйәсәт тураһында гәпләшәбеҙ, шулай ҙа һүҙ күбеһенсә әрмегә барып тоташа. Байтаҡ ауылдарҙы артта ҡалдырғас мин һорай ҡуйҙым:
- Армиянан ҡайтҡаныңа яңы, ниңә ҡапыл өйләнергә булдың?
- Матур, аҡыллы ҡыҙ осраттым, үҙең беләһең уны, ҡулдан ысҡындырғы
килмәй, - тип ғорур яуапланы юлдашым.
- Шулай микән, - тип ысҡындырҙым яңылыш. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең
ауылдыҡы булһа ла, ул ҡыҙҙың ниндәйерәк кеше икәнен белмәй инем. Күргәнем бар, төҫкә-башҡа сибәр генә, мәгәзин кәштәһенә ултыртырлыҡ ҡурсаҡ инде.
- Эйе, ағай, шундай аҡыллы, бар яҡтан һоҡланырлыҡ кәләш янына һәр
ваҡыт ашығып ҡайтам, - тине ул тиҙлекте арттырып, һәм ҡапыл:
- Ә, нишләп ҡыҙыҡһынырға булдың әле? – тип күҙҙәрен упайтты.
- Былай ғына, - тинем уны тынысландырып. – Бәхетеңә ҡыуанам.
“Ашыҡма, ҡустым, йомғаҡ яһарға, тормош бит ул, ҡатмарлы, алдын-артын күрһәтә торған”. – тип уйланым, әммә өндәшмәнем.
- Һай, минең кәләш!– тип тел шартлатты йәш ир йылмайып. – Шул
тиклем һоҡланам, ышанам - беҙҙең мөхәббәт ғүмерлек, башҡа сығып, кеше көнләштерерлек донъя көтөрбөҙ әле.
Юлдашымдың күҙҙәрендә осҡондар сәсрәгәндәй булды. Машина, хужаһын хуплағандай тигеҙ гөрөлдәп, ҙур тиҙлектә алға елде.
Өйләнешкәндәренә бер йыл тигәндә улар айырылышты.
Көтөүсе
Ғәлләмдең ҡапыл ғына башына бәлә төштө. Бик шәп эте ҡазаланды, хәйерһеҙ. Ҡайғырып та өлгөрмәне, ауыл упалнамушы сираттағы көтөүгә ҡағыҙ тоттороп китте. Тура килһә килә бит, көндәр эҫе, күгәүен-себене гөжләп тора, малдар көтөүҙән тиҫтәләп ҡаса, ти. Бер үҙе ни ҡылһын, һис ҡасан көтөү көтөргә кеше эҙләмәгәнде, донъяһыҙ, малһыҙ ауылдашы Һаран Кадирға барып баш эйергә тура килде. Тауға үҙе лә сығыр булғас ярты хаҡҡа килештеләр, ваҡ-тейәк ал, “гәрючий” ҙә онотма, тип киҫәтте теге. Ярым ас йөрөгәс, иртәнән ялланыусыны йәлләп сумкаһына байтаҡ һый тултырҙы, зәм-зәм һыуын да ҡалдырманы, яратҡан тәмәкеһен кеҫәләрен ҡабартҡансы тыңҡысланы Ғәлләм. Шулай сығып киттеләр, елкәһе йоҡа Һаран Ҡадирҙың, текәгә ынтылып бармай, тауҙың аҫ яғында тәмәкеһен көйрәтеп, онотҡанда бер “Һәш!” тип ҡысҡыра. Ғәлләм йүгерергә риза, иптәше малдарҙы ауыл яғына ебәрмәһә булды. Шулай әйләнгән һайын сәғәт ҡарап төш еткерҙеләр. Йылға буйында, ятаҡта, туй өҫтәле артында һыйланғандай бик кәнәғәт кикереп ултырҙы Һаран Ҡадир. Төштән һуң баяғы хәл ҡабатланды, Ҡадир тау аҫтында тәмәке артынан тәмәке ҡабыҙып ваҡыт үткәрҙе, Ғәлләм тауҙан тауға эттәй сабып хәлдән тайҙы. Кис етте, ҡыуанышып ҡайтып инделәр, ни булһа ла көтөү үтте бит. Һай, бисәһе шәп хужаның, өҫтәл тулы тәғәм әҙерләгән, өлтөрәп йөрөй, ире өсөн шатлана. Арыһа ла Ғәлләм дә бик риза үткән көндән, аяҡтары рәхәт геүелдәй, бик ихлас ҡаршыһында йәйелеп ултырған ярҙамсыһының бар теләгәнен үтәй. Бер заман Һаран Ҡадир быны һиҙеп ҡалды. Байтаҡ айҙар мунса күрмәй йөрөгән әҙәм, бер-ике йотҡандан:
- Мунса индер! – тип әмер бирҙе. Мунса яғылған ине, мунса яратмай,
тигәстәре, тәҡдим итмәгәйне хужалар, йәһәтләп таҫтамал- нәмәһен әҙерләп индереп сығарҙылар. Табынға кире ултырғас, элгескә бармағын төртөп:
- Анау кепкаң миңә оҡшай, - тип мығырҙаны. Башына кейҙереп ҡуйҙы
Ғәлләм, йәлләй ҙә ул меҫкенде, ана кейеме ҡалай насар, бер кепканан ярлыланмаҫ.
Тағы бер аҙыраҡ ултырғас хужабикә Ҡадирға тәғәйенләнгән аҡсаны һәм ике ҡап тәмәке һуҙҙы.
- Ағай, мына аҡса, башың барҙа кеҫәңә һалып ҡуй. Тағы тәмәке...
- Аҡсаны иртәнсәк ҡулыма тотторорһоғоҙ, - тип бүлдерҙе ҡатынды
ялланыусы, шунан ҡаптарға күҙҙәрен аҡайтҡандан һуң, көн буйы быҫҡытҡан тәмәке төрөн иҙәнгә атып бәрҙе.
- Мин мындай тәмәке тартмайым, һәйбәтерәген килтерегеҙ! – тип екерҙе
ул.
- Көн һайын бер төрлө тәмәке ялҡытҡандыр,- тине тыныс ҡына Ғәлләм
ашарға ҡыҫтап.
- Ярар, ҡараңғы төштө инде, иртәгә һатып алып бирермен. – Хужабикә
сабыр ғына ҡаптарҙы иҙәндән йыйып алды.
Артабан, ҡәҙимге ҡыҙмаса булып алған ағай кеше ғарҡ кикерҙе лә, сираттағы теләген еткерҙе:
- Өйгә урын йәйегеҙ, бөгөн һеҙҙә йоҡлайым, иртәнсәк бер балитр!
Уның һәр теләгенә өйрәнгәйне хужалар, Ғәлләм ризалығын белдереп баш ҡаҡты, ҡатыны урын әҙерләргә тип өйгә ашыҡты.
Ләкин бер минуттан Ғәлләмдең алдында һалынып төшкән аҫҡы иренен йыйнай алмай ултырыусының киләһе теләге башына килде һәм ҡото осто. Хужа, һағыҙаҡ ояһына баҫҡандай һикереп торҙо ла, нимәлер әйтергә тип ауыҙын асҡан ҡунағын ҡалдырып, өйгә атылды.
- Бисәкәй, тим, бисәкәй! – тип яңратты өйҙө. – Йәймә уға урынды,
йәйәһе булма, хәҙер һине һорай башлар!
Аптырап торған ҡатынының ҡулынан аҡсаларын тартып алып, Ғәлләм кире атланы, ҡаты баҫып Һаран Ҡадирҙың алдына һерәйҙе. Уныһы , һин кем әле, тигәндәй күҙҙәрен ҡыҫып ҡарашын тороусыға төбәне. Асыулы Ғәлләм, бүләк иткән кепкаһын тегенең башына нығыраҡ батырып кейҙерҙе лә, аҡсаһын усына йомдороп, ҡапҡаға өҫтөрәне.
- Бар, ҡайҙа өйрәнгәнһең – шунда йоҡла!