Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Август 2023, 16:00

Август

Август, август...Сихри биҙәктәрең Күңелемә күсә нағыш булып. Ҡай сағында шундай һыҙландыра Йөрәк семтер генә һағыш булып... Ағасынан өҙөлөп кенә төшкән Йәтим генә ҡалған япраҡтарҙай, Кисә көлөп, бөгөн башын эйгән Ҡыуарып та ҡалған ҡыуаҡтарҙай, Мин үҙемде шундай итеп тоям, Бөтә донъям моңһоулыҡҡа сумған, Балҡып атҡан сәскә - гөлдәремдең Күҙҙәренә ысыҡ-йәштәр тулған... Бер мәл генә икән һинең йәмең, Эх, үтәһең, август, бына һин дә. Һин генәме, тотош ғүмер үтә, Ҡабатланмам ахыры бына мин дә... Август, август...Һинең төҫтәреңде Күңел дәфтәремә сигәм ҡайып. Һинең йөҙөңдә лә уйсан һағыш, Ҡояшың да, ана, бара байып... Август, август... Һинең ептәреңдән Мин туҡыйым аҫыл ғына келәм. Был ғүмерҙәр ике килмәйҙәр шул, Ике килмәйҙәр шул, их, мин беләм... Айзилә Мортаева

АвгустАвгуст
Август

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас