

17 август көндө данлыҡлы йырсы, халҡыбыҙҙың оҙон көйҙәрен бар донъяға танытыусы, БР-ҙың халыҡ артисы Абдулла Солтанов ваҡытһыҙ вафат булды. Уның 95 йәшлек юбилейына тиклем ни бары бер ай ҡалған ине.
Оло булыуына ҡарамаҫтан, туғандары белдереүенсә ил ағаһы үҙ аңында булған. Ауылдаштары уны аралашыусан, киң күңелле тип иҫкә ала.
Абдулла Солтановты йома көндө тыуған ауылы Ҡобағошта ерләнеләр.