

Стәрлетамаҡ районында, Новониколаевка-Васильевка автомобиль юлының 4-се саҡрымында, "Фольксваген Тигуан" машинаһы менән "Ямаха" мотоциклы бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә 38 йәшлек мотоциклсының ғүмере өҙөлгән.
Көндөҙ сәғәт дүртенселә Иглин-Кальтовка автомобиль юлының 21-се саҡрымында Өфөнән 45 йәшлек водитель "Лада Нива" машинаһында юлдан осоп, ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән. Үкенескә, ул хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән булған... Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм ашығыс хеҙмәттәр эшләй.
Туймазы районында, М5 "Урал" автомобиль юлының 1350-се саҡрымында, ҡапма-ҡаршы килгән "Киа Рио" менән "Ниссан" бәрелешкән. "Киа" водителе алған йәрәхәттәрҙән вафат була. "Ниссан" пассажирына, ҡатын кешегә, медицина ярҙамы талап ителә. Урында оператив-тикшереү төркөмө эшләй.
Фото: БР ЮХХДИ.