

Радий Хәбиров махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған Олег Ташматов, Дмитрий Загребин, Денис Павленко, Валентин Волочаев, Эдуард Иғдисамов, Евгений Коломиец, Рөстәм Разаков, Рөстәм Ибәтуллин, Юрий Чумаков, Виктор Захлоповтың ғаиләләре менән осрашты.
“Һеҙҙең улдарығыҙҙы һәр саҡ хәтерҙә тотасаҡбыҙ, һеҙҙең янда буласаҡбыҙ. Проблемаларығыҙ тураһында өндәшмәй ҡалмағыҙ, мөрәжәғәт итегеҙ. Муниципалитет хакимиәте һәр саҡ һеҙҙең менән бәйләнештә булырға тейеш”, – тине Республика Башлығы.
Стәрлетамаҡта Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙам үҙәге быйыл февраль айында асылды һәм хәрбиҙәргә, уларҙың ғаиләләренә “берҙәм тәҙрә” режимында кәрәкле ярҙам күрһәткән беренсе учреждение булып тора. Үҙәктең етәксеһе Евгения Долгих әйтеүенсә, бинаны “Башҡортостан сода компанияһы” биргән.
- Беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар бөтә хеҙмәтләндереү комплексын ала алһын өсөн барлыҡ шарттарҙы тыуҙырырға тырыштыҡ, шул иҫәптән – юридик һәм медик-психологик ярҙамды, - тине ул. – Шулай уҡ хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туған-тыумасаһы һәм яҡындары ла беҙгә мөрәжәғәт итә ала.