

Иртәнсәк ҡулланырға кәрәк. Ике ҡалаҡ һоло өлпәген (хлопья) блендерҙа ваҡлап, уға ике ҡалаҡ кефир һәм бер ҡалаҡ йылытылған бал ҡушырға. Ошо ҡатнашманы биткә һылап, өс минут ҡына тоторға ла, йылы һыу менән йыуырға.
Медицина фәндәре докторы, дерматолог Ава Шабмандың комментарийы: «Һоло менән балдың файҙаһы етерлек. Бал – антисептик та. Кефирҙағы һөт кислотаһы бит тиреһенә яҡшы тәьҫир итә. Ғөмүмән, улар бергә тирегә ыңғай йоғонто яһай».