

"Кисә ауыл ағинәйҙәре мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәрҙең әсәләрен ҡунаҡҡа саҡырҙы. Сара ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Сәриә Таһированың һалдат әсәләренә бағышлап яҙылған шиғыры менән башланып китте. Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Сажиҙә апай Фәйзрахманова әсәләргә һоҡланыу һүҙҙәре еткерҙе, уларҙың улдары менән бөтә ауыл халҡы ғорурланыуы тураһында һөйләне, үҙенең файҙалы кәңәштәре менән уртаҡлашты.
Сараға егеттәрҙе уҡытҡан уҡытыусылар - Зөлфиә Ғәйфуллина, Луиза Фәтҡуллина, Раушания Ғәлләмовалар ҙа саҡырылғайны. Улар яугирҙәрҙең мәктәп йылдарын иҫкә төшөрҙө, ҡыҙыҡ мәлдәрҙе хәтерләне. Шулай уҡ ағинәй Мәҙинә Ғәйнетдинова ла үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Ә инде әсәләр улдары тураһында һөйләгәндә барса халыҡ тын ҡалып ҙур иғтибар менән тыңланы. Район ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Нәзирә Әхкәмова әсәләргә район ветерандар советы исеменән бүләктәр тапшырҙы, уларҙы ныҡ булырға саҡырҙы.
Сара барышында ҡатнашыусылар моңһоуланып та, көлөшөп тә алды. Ысынлап та, әсәләр ауыр уйҙарынан бер аҙ арынып, алдағы көндәргә ҙур өмөттәр менән таралды.Егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!" тип хәбәр итә Мәсетле районының ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Нәзирә Әхкәмова.