Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Августа 2023, 08:28

«Төньяҡ Амурҙары» йәнһүрәтен бөтә ил буйынса күрһәтәләр

Өфөлә «Башҡортостан» һәм «Муха» студиялары төшөргән «Төньяҡ Амурҙары» йәнһүрәте прокатҡа сыға. Был турала баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Төньяҡ Амурҙары» йәнһүрәтен бөтә ил буйынса күрһәтәләр«Төньяҡ Амурҙары» йәнһүрәтен бөтә ил буйынса күрһәтәләр
«Төньяҡ Амурҙары» йәнһүрәтен бөтә ил буйынса күрһәтәләр

31 августан йәнһүрәтте республика кинотеатрҙары күрһәтә башлай, ә октябрҙән бөтә ил буйынса ҡарарға мөмкин. Был Башҡортостанда төшөрөлгән һәм бөтә Рәсәй прокатына сыҡҡан беренсе йәнһүрәт. Ул ике телдә — рус һәм башҡорт телендә бара.

Фото: vk.com

Автор:Алһыу Ишемғолова