Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Августа 2023, 16:00

Эй,был халыҡ…

Уңған сағын күрмәһә лә, Туңған сағын күрәләр. Көлгән сағын күрмәһә лә, Бөлгән сағын күрәләр. Йырлағанын күрмәһә лә, Илағанын күрәләр. Һөйөнгәнен күрмәһә лә, Көйөнгәнен күрәләр. Һөйөшкәнде күрмәһә лә, Төйөшкәнде күрәләр. Ярашҡанды күрмәһә лә, Талашҡанды күрәләр. Һыйлы сағын күрмәһә лә, Ҡыйлы сағын күрәләр. Яҡшы яғын күрмәһә лә, Шаҡшы яғын күрәләр. Шатланғанын күрмәһә лә, Тапланғанын күрәләр. Еңгән сағын күрмәһә лә, Үлгән сағын күрәләр. Зөһрә Ҡотлогилдина

Эй,был халыҡ…Эй,был халыҡ…
Эй,был халыҡ…

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас