Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Август 2023, 04:35

Башҡорт компаниялары төрөк баҙарында уңышлы эшләй

Быйыл алты айҙа Башҡортостан менән Төркиә араһындағы тауар әйләнеше, былтырғы шул осор менән сағыштырғанда, 87,8 процентҡа үҫкән. Беҙҙең республиканан экспорт күләме лә шаҡтай артҡан.

Башҡорт компаниялары төрөк баҙарында уңышлы эшләйБашҡорт компаниялары төрөк баҙарында уңышлы эшләй
Башҡорт компаниялары төрөк баҙарында уңышлы эшләй
"Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы, Рәсәйҙең Төркиәләге сауҙа вәкиллеге янындағы Башҡортостан сауҙа вәкиле Марат Танһыҡҡужин булышлығында "Уралский лес" йәмғиәте төрөк партнерҙарына шпон һәм фанера һатыу буйынса килешеү төҙөнө. Был турала БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.
Төркиәлә ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөү осоронда төҙөлөш материалдарына ихтыяж артҡан. Беҙҙең етештереүселәр ҙә был мөмкинлекте файҙалана.
Әйткәндәй, "Сәнәғәт экспорты", "Аграр сәнәғәт тауарҙары экспорты" федераль проекттарында беҙҙең компаниялар әүҙем ҡатнаша башланы.
Фото: БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан.
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас