

Үткән аҙнала Блюхер урамының 18-се дауахана тапҡырынан алып һәм Николай Кузнецов урамына тиклемге өлөшөн ябып ҡуйғайнылар. Сәбәбе - юлда соҡор барлыҡҡа килеү. Буштан түгел, ә диаметры 1000 мм ҙурлыҡтағы ямғыр канализацияһы коллекторы емерелеү арҡаһында. Соҡор ҙурлығы 3х3 кв м. булған.
Бер аҙна буйына унда белгестәр эшләгән. Әле тимер-бетон коллектор йүнәтелгән. Юлды ла тейешенсә ремонтлап, асфальт йәйеп ҡуйғандар. Мэриянан белдереүҙәренсә, бөгөн транспорт хәрәкәте асылған.