

Кувыкин урамындағы 14-се, Эшсе хәбәрселәр урамындағы 1-се, 3-сө, 5-се, 5/1-се һәм 5/2-се йорттар ихатаһында (ике урам йорттары бер биләмәлә) ҙур ремонт эштәре башҡарылған. Халыҡты яңы ихата менән Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев та ҡотланы.
"Башҡорт ихаталары" программаһы буйынса яңыртылған биләмәне асыу тантанаһында РФ Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев, БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова, Киров районы хакимиәте етәксеһе Илвир Нурдәүләтов ҡатнашты.
Халыҡ өсөн был ысынлап та ҙур ваҡиға. Ихатала балалар майҙансығы, асфальт, тротуарҙар яңыртылған, бәләкәй архитектура һындары ҡуйылған, видеокүҙәтеү камералары урынлаштырылған. Халыҡ ҡала мэрына рәхмәтен белдерҙе. Әлбиттә, хәҙер уларҙың бурысы - ихатаны таҙа һәм төҙөк тотоу.
Фото: Город Уфа (vk.com)