

«Юлдаш» радиоһының йәш алып барыусылары, тауыш режиссерҙары тәүге эфирҙарына һулыш өрөүселәр була. Һуңғараҡ радио студияһы студенттар өсөн практика урынына әйләнә. Йәш алып барыусылар уҡыуҙан буш ваҡыттарында бында үҙҙәрен журналист һәм алып барыусы булараҡ һынап ҡарай. Үҙҙәрен ошо өлкәлә тапҡандары, яҙмыштарын радио эше менән бәйләргә теләгән һәләтлеләре эшкә алына, тулы хеҙмәт юлына баҫа. Интернет-радио – профессиональ медиаиндустрияны әҙерлекле кадрҙар менән байытыусы, тип тулы ышаныс менән әйтергә мөмкин.
Әлегә машинала, йорттарҙа һәм эш урындарында радиоалғыстар аша ишетеп булмаһа ла, заманса, йәштәрсә йырҙары менән интернет киңлектәрен яулап алған «Юлдаш Плюс» интернет-радиоһын Башҡортостанда ғына түгел, Татарстан Республикаһында, Силәбе, Ырымбур, Свердловск өлкәләрендә, Мәскәү, Санкт-Петербург, сит илдәрҙә лә тыңлаусылар күп.
Йәштәр радиоһы тәүлек әйләнәһенә эшләй. Киске сәғәт 7-нән 9-ға тиклем тура эфирҙа йәш алып барыусылар башҡорт телендә ҡыҙыҡлы темаларға әңгәмә ҡора. Эстрада “йондоҙҙары”, блогерҙар, әүҙем студенттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар һәм башҡа өлкәлә эшләгән йәштәр менән һөйләшә, тыңлаусыларҙың һорауҙарына яуап бирә. Эфирҙан тыш интернет-радио хеҙмәткәрҙәре республика йәштәре өсөн мәҙәни-күңел асыу сараларын үткәрә, ҡала һәм райондарҙа Йәштәр көнө, асыҡ һауала концерт-дискотекалар, һырғалаҡта шыуыуҙар һәм башҡа күңелле осрашыуҙар ойоштора. Йыл һайын үткәрелгән “Юлдаш Плюс” милли йәштәр фестивале төрлө айҙарҙағы хит-парад еңеүселәрен бүләкләй, билдәле башҡарыусыларҙы, блогерҙарҙы, йәш композиторҙарҙы, бейеүселәрҙе, шағирҙарҙы, йырҙарға кавер яҙыусыларҙы, тренд булдырыусыларҙы бер сәхнәлә йыйып, “иң-иң”дәрен асыҡлай.
“Юлдаш Плюс” – әлеге көндә республикала ижад менән йәшәгән башҡорт йәштәрен ҙур кимәлдә туплаған берҙән-бер майҙан. Майҙан тынмаһын, гөрләп торһон өсөн уның турала хәстәрлек күреү зарур. Үҫеш юлындағы йәштәр бар матур башланғыстарын хуплауға өмөт итә. Нисек кенә баналь яңғырамаһын: “Киләсәк бөгөн башлана!”