Ваҡыт даръяһының һәр осоронда ла Башҡортостан ваҡиғаларҙың ҡап уртаһында ҡайнай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яраланған һалдаттарҙың республикабыҙға бәйле яҙмышы тураһында том-том китап яҙырлыҡ, фильмдар төшөрөрлөк. Ул саҡтағы Башҡортостанды госпиталдәр төбәге тип әйтергә лә булалыр. “Юлдаш” каналы меңәрләгән яугирҙың ғүмере һаҡланған шундай иҫтәлекле урындар менән таныштыра.
Башҡортостанда һуғыштың тәүге көндәренән үк госпиталь базаларының киң тармағы асыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республикала, лазареттары менән бергә, дөйөм карауат һаны 22500 дана тәшкил итеп, йәмғеһе 63 госпиталь эшләй. Уларҙың 36-һы – Өфөлә, ҡалғандары төрлө урында: Дим, Аксен, Алкин станцияларында, “Йоматау”, ”Янғантау” шифаханаларында, Бәләбәй, Ишембай, Белорет, Туймазы, Яңауыл, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Шафран, Черниковка ҡасабаларында, Шишмә, Өфө райондарында, Өфөнөң Затон биҫтәһендә була.
1941—1943 йылдарҙа СССР-ҙың көнбайыш өлкәләренән Башҡортостанға байтаҡ госпиталь эвакуацияланған. Төрлө сығанаҡтан билдәле булыуынса, һуғыш йылдарында беҙҙә 47 хәрби госпиталь эшләй, уларҙың 31-е 1941 йылда ойошторола.
1941 йылдың июль башында уҡ Өфөләге 97-се эвакопункт тәүге яралыларҙы ҡабул итә. Һуңғараҡ ул, БашЭвакоидара булараҡ, Көньяҡ Уралдың бөтә госпиталдәре буйынса ойоштороу эшен алып бара.
Һуғыш башланғас, өс хәрби госпиталь ойошторола. Документтарҙан 476-сы, 479-сы, 480-се тип эҙләргә кәрәк. Береһе – Өфөлә, ҡалған икәүһе Бәләбәйҙә һәм Стәрлетамаҡта була. Улар шунда уҡ фронт һыҙығына ебәрелә. Ике-өс аҙнала Башҡортостанда унлаған госпиталь асыла. Табиптарҙы, хәрби бурыслы булараҡ, эшкә саҡыртып бөтә палаталарҙы йыйыштырып, йыуып кәрәкле йыһаз ҡуйып әҙерләргә ҡушыла. Санитар поездарҙа яралыларҙың килеүен алмашлап көткәндәр. ГКО, йәғни Дәүләт Оборона комитеты ҡарары менән август-декабрь айҙарында тағы 17 ошондай ойошма барлыҡҡа килгән.
Ярты йылда көнбайыш өлкәләрҙән яраланған яугирҙары менән республикаға ете госпиталь күсерелгән. Уларҙың ҡайһы берҙәре һуғышҡа тиклем булған шифаханалар нигеҙендә эшләп киткән. Ҡалған госпиталдәр (эвакогоспиталдәр) беҙҙә 1942—1943 йылдарҙа ойошторола. Уларҙың барыһы ла республика етәкселәре, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан дарыу, башҡа дауалау кәрәк-ярағы, аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителгән. Шәфҡәт туташтары һәм табиптар ҙа Башҡортостан ҡарамағында булған.
Фашист Германияһын еңгәндән һуң, Өфө ял йорттары йәнә ишектәрен аса, мәктәптәр үҙ тәғәйенләнешендә эшләй. Илгә тыныслыҡ ҡайта...
Меңәрләгән яугир һуғыш яраһын дауалаған, аяҡҡа баҫҡан иҫтәлекле урындар хаҡында көн һайын 11 сәғәт 40 минутта “Юлдаш” тулҡындарында тыңлағыҙ.
Венера СИТДИҠОВА.