Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Август 2023, 07:40

Сентябрь ниндәй буласаҡ?

Гидрометүҙәк фаразы уйландыра. Белгестәр, илдең бер нисә төбәгендә көҙҙөң тәүге айы ғәҙәттәгенән башҡа төрлөрәк буласаҡ, ти. Был ғына түгел әле...

Сентябрь ниндәй буласаҡ?Сентябрь ниндәй буласаҡ?
Сентябрь ниндәй буласаҡ?

Үҙәк, Көньяҡ, Волга буйы һәм Алыҫ Көнсығыш федераль округтарында сентябрь, дөйөм алғанда, йылы була. Тик айҙың тәүге көндәре ямғыр менән башлана. Арыу ғына яуасаҡ көҙгө ямғыр. Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе, үҙәк төбәктәр йонсоясаҡ инде. Яуым-төшөм булғанда һыуыта ла – температураның климатик норманан 7 – 8 градусҡа түбән булыуы фаразлана.

6 – 10 сентябрҙә аяҙ буласаҡ, тиҙәр. Көн дә сағыштырмаса йылына +16, +18 градус. Төндә +4, +9 тирәһе.

Өфөлә 15 көн самаһы ямғырлы булыуы күҙаллана. Әлбиттә, әле үк ҡайһы көндә яуасағын әйтә алмайҙар. Шулай ҙа тәүге йәкшәмбенән (3 сентябрь) ямғыр башланыуы фаразлана. Әммә оҙаҡ яумай. Ысын көҙгө ямғыр беҙгә ай уртаһында киләсәк. Бәлки... Ихтимал...

Әйткәндәй, алтын көҙ ҙә була. Ямғыр тынып торған арала. 

Фото: Юлай Кәримов.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас