Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Август 2023, 10:50

Өлкән класс уҡыусыларын бушлай ашатырҙармы?

РФ Дәүләт Думаһында ҡарауға бөтә уҡыусылар өсөн дә бушлай туҡланыуҙы ойоштороуға бәйле закон проекты әҙерләгәндәр.

Өлкән класс уҡыусыларын бушлай ашатырҙармы?Өлкән класс уҡыусыларын бушлай ашатырҙармы?
Өлкән класс уҡыусыларын бушлай ашатырҙармы?

ЛДПР фракцияһы депутаттары тәҡдиме был. Закон проекты тексында шулай тип яҙылған: "Табиптар һәм уҡытыусыларҙың күп йыллыҡ күҙәтеүе күрһәтеүенсә, көн дауамында йылы аш ашамаған бала тиҙ арый, башы һәм ашҡаҙаны ауыртыуға зарлана, кәйефһеҙ була..."

Документ ата-әсәләрҙең мөрәжәғәттәренә таянып әҙерләнгән. Эйе, ти депутаттар, бушлай туҡланыуҙы ойоштороу өсөн ҡаҙнанан арыу ғына суммала аҡса талап ителә.

"Был бит ғәҙәти бухгалтерия сығымы түгел, ә сәләмәт быуын өсөн дәүләткә инвестиция", - тигән фракция ағзалары.

Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Бөтә уҡыусыларҙы бушлай ашатырлыҡ аҡса табылырмы?

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас