Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Августа 2023, 10:00

Ғафури районының талантлы уҡытыусыһы Зилә Сәйетбатталова ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Ғафури районының талантлы уҡытыусыһы Зилә Сәйетбатталова ижадынан бер шәлкемҒафури районының талантлы уҡытыусыһы Зилә Сәйетбатталова ижадынан бер шәлкем
Ғафури районының талантлы уҡытыусыһы Зилә Сәйетбатталова ижадынан бер шәлкем

Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА Игенйылға ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын 1978 йылда, Бәләбәй педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, тыуған ауылында башлай. Педагогик стажы – 37 йыл. Әлеге ваҡытта ауыл мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй, ауыл советы депутаты. Үткән быуаттың 90-сы йылдарынан алып “Табын” район гәзите менән хеҙмәттәшлек итә, шиғырҙар, мәҡәләләр, сценарийҙар яҙа.

 

Мөғжизә көтәм
Йәшәмәгән дә кеүекмен
Алтмыш йәште үтһәм дә,
Сабый балалай тормоштан
Мөғжизәләр көтәм дә.
Мөғжизә тик әкиәттә,
Ысыны – башҡасараҡ.
Хайран булам ҡайһы ваҡыт
Үткән юлыма ҡарап.
Ул юлым да һис булманы
Тигеҙ генә, соҡорһоҙ.
Уларҙы ла үтә килдем,
Булманым мин сабырһыҙ.
Ҡаҙынылар соҡорон да
Мин үтәһе юлдарға.
Шул саҡтарҙа таяндым мин
Тоғро булған дуҫтарға.
Ауыр саҡта ҡулын һуҙҙы
Мине яҡын күргәндәр.
Батырырға тырыштылар
Ҡара эсле әҙәмдәр.
Һығылманым, йығылманым,
Бөгөн дә мин иҫәнмен.
Кескәй балалай тормоштан
Мөғжизәләр көтәмен.

 

Әсәйем иҫтәлеге
Әсәй иҫтәлеге - яран гөлө
Бына сәскә атты бөгөн дә...
Сәскәләрен күргән һайын көн дә
Иҫкә төшә әсәй күңелдә.
Гөл ярата ине әсәкәйем,
Ярандары шуға ҡәҙерле.
Яран гөлө сәскә ата-ата
Өҙә генә минең бәғерҙе.
Һөйөп-наҙлап үҫтергәнгә ах(ы)ры,
Сәскәләрен мулдан бирҙеләр.
Әсәй иҫән саҡта ғүмерҙәр ҙә
Шул сәскәләр кеүек инеләр.
Һулытмайса ғына үҫтерермен
Әсәй гөлөн - ҡыҙыл яранын.
Ярандарын ҡарап күңелемә,
Йәндәремә ҡеүәт аламын.
Әсәй иҫтәлеге - яран гөлө
Балҡыта бит өйөм түрҙәрен.
Яран гөлө кеүек шау сәскәле
Матур булһын килер көндәрем.

 

Хәтирәләр
Йәшлек эҙҙәренән атлап киләм,
Хәтирәләр һәр бер тарафта.
Аҙым һайын таныш күренештәр,
Алып ҡайта мине йәш саҡҡа.
Һыу буйҙары, үтә таныш талдар,
Һандуғастар йыры таңдарҙа -
Барыһы ла әле генә кеүек,
Тик ҡалғандар әллә ҡайҙарҙа.
Моңһоуланып ҡалған әрәмәлек -
Балан, муйылдарҙың төбәге.
Үҙгәрҙек шул, эреләндекхәҙер,
Юҡ та кеүек улар кәрәге.
Йөрәк әрнеп китте әллә ниңә,
Моңһоуланып ҡалды күңелем.
Таныш һуҡмаҡтарҙан киләм әле,
Уйҙарымда яңғыҙ, бер үҙем.

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас