Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Августа 2023, 13:00

Ейәнсура районынан Роза исемле апайға Иглин районында туғандарын табырға ярҙам итегеҙ!

Уның туғандары ярҙам һорап, ошо ҡыҙғаныс тарихты ебәрҙе:   Хәйерле көн, яҡташтар! Һеҙгә лә мөрәжәғәт итергә булдым, кем белә, бәлки, һеҙ ошо мине һәм иремдең нәҫелдәрен борсоған һорауға асыҡлыҡ индерә алырһығыҙ. Мин үҙем сығышым менән Ейәнсура районының Байыш ауылынанмын, ирем — Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылынан. Әле яңыраҡ ҡәйнәмдең йыллығын үткәргәндә уның һеңлеһе — Роза түтәй бер яңылыҡ һөйләп, беҙҙе шаҡ ҡаттырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡәйнәм тере сағында был турала бер нәмә лә һөйләмәне. Ҡыҫҡаһы, минең ҡәйнәм Нутфиә ишле ғаиләлә һуңғы бала булып тыуған, уның инәйе (әсәһе) Фәғилә исемле булған. Һүҙ ошо Фәғилә тураһында. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, нисәнсе йылда тыуғаны билдәһеҙ, Роза апай һөйләүе буйынса 1890 йылғы тирәһе булырға тейеш. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бына ошо ҡәйнәмдең әсәһе сығышы менән Ейәнсура районынан булған икән.(!) Беҙҙең яҡтарҙа ихтилалдар күп булған, бына шул ыҙғыштарҙың береһендә уның (Фәғиләнең) ҡартаһын һәм атаһын ҡулға алып, һөргөнгә оҙаталар. Был хәл Бөйөк Октябрь революцияһына тиклем булған, тип фаразлай Роза апай. Элек һөргөнгә бөтә ғаиләһе менән бергә ҡыуғандар. Өфөлә тотҡонда тотоп, унан Себер юлына йәйәү бығауҙар быуып оҙатҡандар (ул Себер юлын мин йәш саҡта бесәнлеккә барғанда күргәнем булды, таш түшәп күтәртелгән юл, ә ике яғынан тәрән канау). Төнгөлөккә тотҡондарҙы Ләмәҙ ауылына туҡтатҡандар. Фәғиләнең әсәһе ауырлы булып шул барған юлда балаһы төшә, баланы канау буйына күмеп китәләр. Хәлдәр мөшкөлләнгәс, ҡартай тейешле кешеһе төндә ҡатынына, килененә һәм ике ейәнсәренә Ләмәҙ ауылындағы муллаға барып ярҙам һорарға күндерә. Бәлки, таныш булғандарҙыр, бәлки, шунда танышҡандарҙыр, уныһы билгеһеҙ. Шулай итеп, ҡартайы һәм атаһы Себергә китә, ә ҡатын-ҡыҙҙар ауылда ҡала. Мулла ысынлап та уларға ярҙам итә, мәсеттә йәшәргә урын бирә. Ләкин Фәғиләнең әсәһе күп тә тормай өҙлөктән вафат булып ҡала. Нәнәйе мәсеттә балаларҙы уҡыта, ә Фәғилә һәм уның ике йәшкә кесе һеңлеһе Сәлимә мәсеттә йәшәй. Фәғилә 14 йәшендә ауылдағы Фәтҡулла исемле егеткә кейәүгә сыға. Өлкәнәйгәс, 29 апрелдең 1964 йылында вафат була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы ауылдан, туғандары кем, ниндәй фамилияла булғанлығын белмәйҙәр. Һеҙ, бәлки, ХХ быуат башында ҡайһы ауылдан кемдәрҙе һөргөнгә оҙатҡандарын ишеткәнегеҙ булғандыр? Ике ҡыҙы 13 йәшлек Фәғилә һәм 11 йәшлек Сәлимә булғандарын. Бер фото ғына һаҡланылған, йәш сағындағы фотоһы юҡ шул.  

Ейәнсура районынан Роза исемле апайға Иглин районында туғандарын табырға ярҙам итегеҙ!Ейәнсура районынан Роза исемле апайға Иглин районында туғандарын табырға ярҙам итегеҙ!
Ейәнсура районынан Роза исемле апайға Иглин районында туғандарын табырға ярҙам итегеҙ!

Фото: https://t.me/yuka_telephon/2895

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас