Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Август 2023, 10:45

Биш кешенән торған ғаилә бәләгә тарыған

Икенсе төбәктән  Хәйбулла районынына ҡунаҡҡа  китеп барған  ғаиләгә ҡотҡарыусылар ярҙамы талап ителгән. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

Биш кешенән торған ғаилә бәләгә тарығанБиш кешенән торған ғаилә бәләгә тарыған
Биш кешенән торған ғаилә бәләгә тарыған

Билдәле булыуынса, ғаилә Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһынан Хәйбулла районының Таштуғай ауылына машина менән барырға сыҡҡан була һәм юлда Таналыҡ йылғаһына төшөп туҡтап ял итә. Әммә автомобилдәре ватылып улар юлын дауам итә алмай. Улар ҡотҡарыусыларға ярҙам һорап шылтырата, тик  теүәл урынын әйтә алмай.

 

Ҡотҡарыусылар сәйәхәтселәрҙең координаталарын телефон шылтыратыуы буйынса билдәләй һәм ғаиләгә ярҙам итә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас