Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Август 2023, 20:00

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова ижадынан бер шәлкем
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова ижадынан бер шәлкем

Әлнисә АЛДЫРХАНОВА (КӘРИМОВА) – Баймаҡ районы Моҡас ауылынан. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. 37 йыл балаларға башҡорт теле серҙәрен аса, шуның 23 йылы үҙе уҡыған Сибай гимназия-интернатына бағышлана. Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Салауат Ғәлин исемендәге премия лауреаты, 15 китап авторы. Бик күп шиғырҙарына йырҙар ижад ителгән.

 

Мин – Ер ҡыҙы
Миндәй балҡы, ти йондоҙҡай
Күккә, бейеккә әйҙәй.
Йондоҙ түгел, рух осҡоно
Минең күңелде биҙәй.

Мендәр кеүек аҡ болотҡай
Саҡыра ла ҡул болғай.
Хәтфә үлән – түшәгемде
Һис ташлап китеп булмай

Ҡояш йылмая ла күҙ ҡыҫа:
– Һыйынсы, миңә ылыҡ.
– Айырылмам тамырымдан
Тупрағымда йылылыҡ.

Ысыҡ ярып, яланаяҡ
Таң ҡаршылайым иртән.
Ожмахҡа тиң еркәйемдән
Кәрәкмәй миңә бүтән

Бейек, бөйөклөк ят миңә,
Тылсым көс тыуған ерҙә.
Мин – Ер ҡыҙымын, тамырым
Ереккән ғәзиз ергә.
Йөрәктәр тибер бергә.

 

ӨЙ ҠОЯШЫ, ҺИН, ӘСӘЙ!
Ҡояш алтын нурын ҡоя
Бер тигеҙ еребеҙгә.
Әсәй ҙә күңел йылыһын
Бүлә һәр беребеҙгә.

Ғаилә ул усағы, ҡото,
Өй ҡояшы һин, әсәй!
Доғалы нурҙарың менән
Балаң йылынып йәшәй.

Алтын ҡояш нурҙарынан
Йылы ала һәр әсә.
Балаларын наҙлай-наҙлай
Изгелек нурын сәсә.

Өшөгәндә күңелдәргә
Өмөт-нур һибә әсәй.
Тормош усағын һүндермәй
Йылылыҡ бөркөп йәшә!

 

ТЫЛСЫМЛЫ ҠӘЛӘМДӘР
Ҡулында аҡ ҡаурый,
Яҙыусы изге йән.
Йәшәргә өйрәтә,
Күңелгә өҫтәй йәм.
Әҙәбиәт иле-
Әҙәп ул, тиелгән.
Фәһемле фекерҙәр,
Мәрйендәй теҙелгән.

Хистәр ташһын әйҙә,
Уй-хыялдар тыуһын.
Шиғри күңелдәргә
Илһам ҡошо ҡунһын.
Йөрәктән бал тама
Эй, илаһи мәлдәр.
Баллы һүҙҙәр теҙә
Тылсымлы ҡәләмдәр.
Яҙа ла әй яҙа
Тылсымлы ҡәләмдәр.

Ынйылай аҡ ҡарҙар
Һибелә юлымда.
Аҡ ҡына ҡаурыйым
Тирбәлә ҡулымда.
Яҡты уй, татлы хис
Күңелдә уяна.
Ҡанатлы хыялдан
Осҡон балҡый яна.

Мөғжизәле ҡәләм
Изгелеккә тарта.
Ҡәләм белгәндәрҙең
Бәхеткәйе арта.
Халҡым ынйылары
Ижадтың серҙәре.
Уйландыра беҙҙе
Ҡиммәтле һүҙҙәре.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: