Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева Рәсәйҙең Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге Ғәҙәттән тыш Тулы хоҡуҡлы илсеһе Мөхәммәд Әхмәд Солтан Есса Әл Жабер менән осрашты.
Сара "Экспорт һәм халыҡ-ара кооперация" милли проекты буйынса ойошторолдо. Осрашыуҙа туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек ҡаралған. Киләсәктә машиналар эшләү һәм нефть химияһы сәнәғәтәендәге уртаҡ проекттар булыуы ихтимал.
Шулай уҡ ғәрәп партнерҙар башҡорт балы менән ҡыҙыҡһына. Тулы хоҡуҡлы илсе быйыл сентябрҙә беҙҙең республикаға килергә ниәтләй. Ул Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең кампусы базаһында Ғәрәп цивилизациялары үҙәген асыу буйынса һөйләшергә килә.
Фото: БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан.