Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Август 2023, 10:30

"Башҡорт аты" фестивале тағы ла күркәмерәк һәм күләмлерәк булырға тейеш"

«Башҡорт аты» фестиваленә йомғаҡ яһалды.    

"Башҡорт аты" фестивале тағы ла күркәмерәк һәм күләмлерәк булырға тейеш""Башҡорт аты" фестивале тағы ла күркәмерәк һәм күләмлерәк булырға тейеш"
"Башҡорт аты" фестивале тағы ла күркәмерәк һәм күләмлерәк булырға тейеш"

«Башҡорт аты» фестиваленең йыл һайын республиканың мәҙәни, тарихи, фәнни тормошоноң иң сағыу ваҡиғаларының береһе булыу мөмкинлеге бар, тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР Хөкүмәтендә үткән  оператив кәңәшмәлә сараға йомғаҡ яһап.

Республика етәксеһе сараны ойоштороусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе. Фестивалдең сағыу ваҡиғаларының береһе тип Радий Хәбиров «Башҡорт аты» брендына патент алыуҙы атаны һәм бының башҡорт аты генофондын үҫтереү һәм һаҡлау өсөн этәргес буласағын билдәләне.

– Был иҫ киткес этно-мәҙәни байрам булды. Йыл һайын ат фестивале тағы ла күләмлерәк һәм күркәмерәк булырға тейеш, тигән бурыс ҡуям. Һәм йыл һайын унда инфраструктура объекттарының барлыҡҡа килеүен күрергә тейешбеҙ, – тип билдәләне республика Башлығы. - 18 сентябргә тиклем  унда нимәләр эшләргә кәрәклеген, финанслау күләмен һәм сығанаҡтарын, кемдәрҙе ҡунаҡҡа саҡырыуыбыҙҙы, ниндәй трендтар биреүебеҙҙе, нимәләр эшләргә кәрәклеген асыҡлауҙы һорайым, – тине ул.

Атта һыбай сабыу мәктәбен тергеҙеү, милли уйындар буйынса командаларыбыҙҙы ныҡлап әҙерләү, фәнни өлөшкә, спорт йылҡысылығына ярҙам итеү, иппотерапияны үҫтереү кәрәклеген дә билдәләне.

 Уҙған сара тураһында доклад менән БР Хөкүмәте вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов сығыш яһаны. Уның һүҙҙәренсә, ике көн дауамында фестивалдә ҡатнашыусы 20 меңдән ашыу кеше Баймаҡ районында үҙенсәлекле һәм сағыу тамашаның шаһиты булған.

 – Был урында уникаль туристик объекттың барлыҡҡа килеүен көтәбеҙ, – тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. Фестивалдең бай программаһы эшлекле өлөштән, конкурстарҙан, ярыштарҙан һәм мауыҡтырғыс мәҙәни программанан торҙо.


Сарала Рәсәй төбәктәре: Ҡырым, Дағстан, Ҡабарҙы-Балҡар, Саха (Саха)-Яҡут Республикаһы, Чечня, Мәскәү һәм Рязань ҡалалары, сит илдәр: Ҡаҙағстан, Тажикстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Азербайжан, Белоруссия, Төркиә һәм Ғәрәп Әмирлектәренән  вәкилдәр ҡатнашты.

Эшлекле программа йомғаҡтары буйынса Бөтә Союз йылҡысылыҡ үҙәге, Башҡортостан дәүләт автономлы учреждениеһы, «Ирәндек» фонды һәм «Башҡорт аты» аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге араһында башҡорт тоҡомло аттарҙы үҫтереү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында дүрт яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Фестивалдең мөһим өлөшө «Ҡымыҙ-фест» майҙансығында 17-се Республика ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы булды. Конкурста республиканың 15 районынан 27 вәкил ҡатнашты. Жюри ҡымыҙ сифатын ғына түгел, ҡымыҙ бешеүселәрҙең теоретик белемен дә баһаланы. Дөйөм бүләк фонды 143 мең һум тәшкил итте. Фестивалдә 100 оҫта үҙҙәренең эштәрен тәҡдим итте. Сара барышында бөтәһе 1 тоннанан ашыу ҡымыҙ эселгән һәм һатылған. Ат парадында1000-гә яҡын ат ҡатнашҡан.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас