ҺАЛДАТ ҠАТЫНЫ
Сал ҡаялар сабырлығы, Уның йөҙөндә... Үҙе - осҡон, Ә йөрәге - Усы төбөндә. Һуң ятһа ла, таңдан тора, Тормош - иңдәрҙә. Тик йөрәге тынғы бирмәй, Ҡара төндәрҙә. Үҙе ябай, тыштан балҡый, Эстән янһа ла. Бошонмай ул, кеше һүҙе Ялмап алһа ла. Яңғыҙ тарта донъя йөгөн, Күрә йәмдәрен. Бәхет көтөп, дөрләп яна Өмөт шәмдәре. Ҡоса төнөн һалҡын түшәк, Йәшле мендәре. Изге хәбәр көтөп үтә Уның көндәре. Күпте күрҙе , күпте белде, Күпте татыны. Үҙе түҙем, үҙе сабыр - Һалдат ҡатыны..! Альбина Муллағол – Ғәлиуллина