

Рузидә ҮТӘШЕВА 1958 йылдың 18 февралендә Салауат районының Лағыр ауылында донъяға килгән. 1973 йылда – Мәсәғүт педагогия училищеһен, унан һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Әлеге ваҡытта Сибай ҡалаһында йәшәй. 41 йыллыҡ хеҙмәт стажы менән хәҙер инде хаҡлы ялда. Хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ике китап авторы, “Йәшлек” гәзите иғлан иткән хикәйәләр конкурсы лауреаты.
Тәбиғәттең шундай сағын көтәм...
Тәбиғәттең шундай сағын көтәм:
Шаулап ағыр тағы боҙҙары,
Йөрәктәргә һөйөү уты өҫтәп,
Ярһып яныр яңы ҡуҙҙары.
Тәбиғәттең шундай сағын көтәм:
Ер йәшәрер, ҡоштар ҡайтырҙар.
Ғашиҡ күңелдәрҙе наҙға күмеп,
Гөлдәр шаулап сәскә атырҙар.
Асылыңа ҡайт, һин, башҡортом!
Ни фәтеүә, башҡорт, тиеүеңдән,
Тарихыңды, телең белмәһәң,
Халҡың үткәндәргә ғорурланып,
Хөрмәт менән башың эймәһәң...
Башҡортлоғоң һинең бер ни түгел,
Ил яҙмышын ҡулға алмаһаң,
Тыуыр балаң киләсәген уйлап,
Арҡырыны буйға һалмаһаң.
Милләт, тибеҙ, тамаҡ яра-яра,
Башҡорт бөтә, тиеп көйәбеҙ,
Ҡул ҡаушырып, кемдер хәл иткәнен,
Ҡырын ятып, һаман көтәбеҙ.
Ҡайҙа баҡма, эске, хурлыҡ-бурлыҡ,
Бер сәбәпһеҙ ғүмер ҡыйыла,
Йәш быуынға өгөт бирер ҡарттар
Шул хәмерҙән ҡасан тыйыла?
Изге Ерҙе төйәк иткән халҡым,
Кендектәр ҙә шунда ҡырҡылған,
Ерем именлеген һаҡлау өсөн,
Аҫыл заттар күпме ҡырылған.
Һаҡлап ҡулда изге аманатты,
Маяҡ итеп күтәр милләтем,
Сит-бауырҙар меҫкен, тимәһендәр,
Асылыңа ҡайт, һин, башҡортом!
Алып ҡайтсы йәшлек иленә...
Толпар атым – пар ҡанатым булып,
Алып ҡайтсы йәшлек иленә,
Бер миҙгелгә генә ҡайтыр инем,
Бала сағым ҡалған еремә.
Ысыҡ тамсыларын йыра-йыра,
Атлап үтер инем таңдарҙа,
Ялан аяҡ йөрөгән үҫмер йылдар
Һаҡланаһың зиһен-аңдарҙа.
Күңелдәрҙең нескә ҡылын сирткән
Хыял иле әллә юғалған,
Әллә инде, мәңге ҡайтмаҫ булып,
Томандарға инеп уралған...