

Уйылдан ШӘРИПОВ 1922 йылдың 10 ғинуарында Сәйетбаба ауылында тыуған. 1939 – 1940 уҡыу йылында 10-сы класты яҡшы тамамлаған ете уҡыусыны райондың төрлө мәктәбенә уҡытырға ебәрәләр. Һабаҡташы Шәрифулла Мөхәмәтша улы Мәүлетҡолов менән Уйылдан Әйүп улы Яугилде башланғыс мәктәбенә тәғәйенләнә. Бөйөк Ватан һуғышынан 1943 йылдың 27 июлендә яраланып ҡайтҡас, тағы ла уҡытыусылыҡ эшен дауам итә. Уның 29 йыл педагогик һәм 14 йыл партия ойошмаһы секретары стажы бар. 80 йылға яҡын бергә ғүмер иткән ҡатыны Хәфиҙә Сәхәүетдин ҡыҙы менән биш ул, ике ҡыҙ үҫтерәләр. Мәктәптә уҡыған сағынан алып ҡәләм тирбәткән хеҙмәт һәм һуғыш ветераны бөгөн дә илһамлы, фәһемле, хисле шиғырҙары менән замандаштарын рухландыра.
АҠ ЯУЛЫҠ
Елдәр ап-аҡ болоттарҙы
Аҡ мамыҡтай тарата,
Яулыҡ ябын, аҡ яулығың
Аҡ йөҙөңдө ағарта.
Һиңә аҡ яулыҡ килешә
Күңелең аҡ булғанға.
Кешеләргә изгелекле,
Уйҙарың хаҡ булғанға.
Яҙғандарың да хаҡ ҡына
Ысынбарлыҡ, дөрөҫлөк.
Дөрөҫлөктө яҙыу өсөн
Һәләт кәрәк-бөйөклөк.
Һәләтең Аллаһҡа шөкөр
Аллаһ уны мул биргән.
Күңелеңдең аҡ нурҙарын
Халҡыңа тарат, тигән.
Китаптарыңды уҡыйбыҙ
Күңелде арбай ғәме
Сағыла тормош асылы
Халыҡтың милли йәне.
Мөләйем йөҙөңдө боҙоп,
Һин зарлана белмәйһең.
Кемдер рәнйеткән саҡта ла
Үпкәләйем, тимәйһең.
Һин арҙаҡлы халыҡ ҡыҙы
Сәмләнеп ынтыл алға.
Халҡың менән бергә йәшә
Гел һайра ҡунып талға.
Милләт рухы – халыҡ йәне,
Халҡымдың туған теле.
Рәми ағай дөрөҫ әйткән,
Телһеҙҙең булмай иле.
Телде һаҡлап, дин һөйөргә,
Саҡыраһың иманға.
Беҙгә үрнәк ышаныуың
Инаныуың йыһанға.
Ижади уңыштар һәр саҡ,
Юлыңда юлдаш булһын.
Теләктәрең ҡабул булып,
Сайпылмай тулып торһон.
Мин яратам
Кем нисектер, ә мин бик яратам,
Шаулап аҡҡан һалҡын йылғаны.
Ҡышҡы көндә ап-аҡ ҡар ҡаплаған,
Йәйҙәр етһә, йәшел донъяны.
Мин яратам сал түбәле тауҙы,
Ҡаяларҙы, зәңгәр һауаны.
Иген башаҡтары тулҡынланған,
Йәйрәп ятҡан иркен даланы.
Мин яратам йәйҙең һандуғаслы,
Гөл-сәскәле матур саҡтарын.
Уралымдан урғып сығып аҡҡан
Ағиҙелем менән Һаҡмарым.
Мин яратам йәшел болондарҙы,
Ҡара бөрлөгәнле туғайҙы.
Йәйге эңер төшкәс ғашиҡтарҙың
Шатланыуын, моңло йырҙарын.
Мин яратам данлы Уралымды,
Ғорурланам Тыуған илемә.
Мин бәхетле – Башҡортостан улы,
Ереккәнмен тыуған еремә.
Мин яратам зәңгәр күкте иңләп
Һауаларҙа осҡан ҡоштарҙы.
Илем менән туған телде һөйгән
Туғандарҙы, яҡын дуҫтарҙы.
Һәр иртәлә зәңгәр күккә ҡарап,
Тыныс тормош, һиллек теләйем.
Донъя тыныс булһа, тормош йәмле,
Һәр кемгә лә бәхет теләйем.