Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Август 2023, 16:00

***

Тормош һыуҙары тоҙло шул Эскән һайын эселә. Ҡайсағында юҡ-бар һүҙҙән Күңелкәйҙәр киҫелә... Киҫелеп кенә лә ҡалмай Селпәрәмә ватыла. Ватылғанды төҙәтмәҫкә Сәбәптәре табыла. Төҙәткәндә йөйө ҡала Ямау һалһаң - ямаулы. Кешенең бит ғүмерҙәрҙе Түгел мәңге - һанаулы. Уйламайса һүҙ әйтмәгеҙ Күңелдәр киҫелмәһен. Киҫелгән күңелдәр менән Ғүмерҙәр үтелмәһен. Люция Мәснәви

******
***

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас